Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ҡытайҙың Цзянси провинцияһының мәғариф күргәҙмәһе ойошторолдо.

Фото №1 - Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Билдәле булыуынса, 2018-2019 йылдар Рәсәй менән Ҡытай араһында сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған. Осрашыу барышында эшсе төркөм Башҡортостан мәҙәниәте менән танышты. Юғары уҡыу йортоноң студент коллективтары тарафынан бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләнгәйне.

Сара сиктәрендә Ҡытай Халыҡ республикаһы университеттарының презентациялары тәҡдим ителде. Республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары Цзянси провинцияһы вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәлдә фекер алышты, уның һуңында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Документ студенттар менән алмашыуҙы ойоштороуға, тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итер, тип көтөлә.

Башҡорт филология факультетының башҡорт-ҡытай бүлегендә уҡыйым. Әлбиттә, киләсәктә Ҡытайға барып ҡайтыу теләге бар. Әле беҙ беренсе, икенсе курста нигеҙ белем алһаҡ, өсөнсө курстан телде ныҡлап өйрәнә башлаясаҡбыҙ.

Динә Солтанова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ