Төҙөкләндереү эштәрен быйыл йәй башҡарыу күҙаллана. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" проекты сиктәрендә бының өсөн федераль һәм республика бюджетынан 6 миллион ярым һумлыҡ матди ярҙам бүленгән.
Парк биләмәһендә тротуар плиткаһын һалыу, эскәмйәләр ҡуйыу, яҡтыртыу системаһын тулыһынса алмаштырыу, тирә-яҡты йәшелләндереү ҡаралған. Шулай уҡ ихата алдары ла тәртипкә килтереләсәк.
Киләһе йыл "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" өҫтөнлөклө проекты буйынса Ҡаланың үҙәк майҙанында ла үҙгәрештәр көтөлә. Сәхнәне яңыртыу, асфальт түшәү, биләмәне төҙөкләндереү кеүек эштәр тормошҡа ашырыласаҡ.
Әйткәндәй, былтыр федераль программаға ярашлы, урында спорт майҙансығы төҙөлә. Ике миллион ярым һумлыҡ объектта баскетбол, футбол уйнау өсөн уңайлыҡтар булдырылған. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең хәҙер һәр ҡайһыһының ҡулында туп. Уҡыуҙан һуң физик әҙерлеген нығытып, ваҡыттарын файҙалы үткәрәләр.




