Республикала мөмкинлеге сикләнгән кешеләр йөҙөү менән шөғөлләнә аласаҡ

Реабилицияның файҙалы алымы үҙәк нерв системаһы, терәк хәрәкәт аппараты һәм церебраль фалиж менән яфаланыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге тиклем Рәсәйҙә бындай төр инвалидтарҙың үҙаллы һыу инеү мөмкинлеге булмаған. Шулай ҙа Владимир Засов исемендәге хәйриә фонды башланғысы менән хәҙер улар ҙа күптәнге хыялдарын тормошҡа ашыра аласаҡ.

Фото №1 - Республикала мөмкинлеге сикләнгән кешеләр йөҙөү менән шөғөлләнә аласаҡ

Беренсе төркөм инвалиды Павел Столяров бала сағынан церебраль фалиждан интегә. Яҡындары уны ниндәй генә реабилитация курстарына алып йөрөмәгән. Шулай ҙа яңыраҡ изге күңеле кешеләр замандашыбыҙға йөҙөү менән шөғөлләнергә кәңәш иткән. Тәүҙә һыуға яҡын барырға ла ҡурҡҡан Павелды бөгөн бассейндан сығарырмын тимә. Сөнки махсус тегелгән ҡотҡарыу жилеты ярҙамында ул үҙен һыуҙағы балыҡтар кеүек хис итә.

Махсус кейем Өфөләге Владимир Засов исемендәге хәйриә фонды тарафынан уйлап сығарылған. Жилеттың бындай төр инвалидтар өсөн бер нисә өҫтөнлөгө бар. Атап үткәндә, мөмкинлеге сикләнгән күп кенә кешеләрҙең һыуға төшөү менән бата башлауы күҙәтелә. Сөнки аяҡ-ҡулдар менән идара итеү уларға бик ауыр бирелә. Белгестәр әйтеүенсә, һыуҙа йөҙөү реабилитацияның башҡа төрҙәре менән сағыштырғанда, көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтерә. Шуға ла бөгөн бассейндарҙа йәшен дә, ҡартын да күпләп осратырға мөмкин.

Миңә 63 йәш, бассейнға сентябрьҙан бирле йөрөйөм. Йөҙөү бик файҙалы, бынан сыҡҡас, үҙемде осҡан кеүек тоям.

Әлфиә Ильясова, бассейнға йөрөүсе

Владимир Засов исемендәге хәйриә фонды үҙ продукцияһы өсөн дәүләт башлығының ярты миллион һумлыҡ грантын отҡан. Был сумма жилетты артабан да камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк. Әлегә инвалидтар өсөн бындай жилеттарҙы Көнбайыш Европа илдәрендә һәм Америкала ғына осратырға мөмкин. Башҡортостан уйлап сығарыусылары был йәһәттән Рәсәйҙә тәүгеләрҙән һанала.

Беҙ инвалидтар өсөн жилеттар тегәбеҙ. Заказ быйыл килде. Теккән ваҡытта төрлө үҙгәрештәр индерәбеҙ. Әле улар һынауҙар үтә.

Гөлнара Сәйфуллина, тегеү цехы хеҙмәткәре

Инвалидтарға тәғәйенләнгән ҡотҡарыу жилеттарын төрлө ҙурлыҡта, шул иҫәптән балалар өсөн түгеү ҡаралған. Бер үк ваҡытта уйлап сығарыусылар үҙ продукцияһы өсөн патент алырға ла йыйына. Ул саҡта республика тауаарын ил һәм донъя баҙарына ла сығарырға мөмкин буласаҡ.

Башбат

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ