Бер сәғәттән ашыу дауам иткән "Садко" әкиәте 5 йыл дауамында төшөрөлгән. Картина продюсерҙарының береһе СТВ кинокомпанияһының директоры Сергей Сельянов, ул тамашасыларға "Өс баһадир", "Алеша Попович һәм Тугарин Змей", "Илья Муромец һәм Соловей Разбойник" кеүек фильмдары аша яҡшы таныш. "Садко" йәнһүрәтендә ролдәрҙе билдәле Рәсәй актерҙары Михаил Ефремов, Екатерина Варнава, Любовь Аксеновалар менән бергә Башҡортостандың сәхнә йондоҙҙары ла уҡыған.
Садко образы легенда-риүәйәттәр, үткән быуат аҙағында донъя күргән фильм аша яҡшы таныш. Әммә йәнһүрәттең геройы әүәлгеләрҙән төптән айырыла. Был юлы ул сауҙагәр түгел, ябай крәҫтиән улы. Бары тик Садконың һыу аҫты донъяһына эләгеү мәле генә һаҡланып ҡалған. Йәнһүрәттә төп образды тыуҙырыу айырым урын алып тора. Төрлө эскиздар яһала, ҡара ялбыр сәсле, осло танаулы, бәһлеүән кәүҙәле йә ҡаҡса. Салабарҙағы биҙәктәргә тиклем әһәмиәткә эйә.Һөҙөмтәлә ҙур зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө герой һайлана, психологик күҙлектән ҡарағанда балаларға иң оҡшаған персонаж.
Эскиз һуңғы вариант тигәнде аңлатмай, монтаж барышында геройҙар хәрәкәтләнә, һөйләшә, йылмая башлағас тышҡы ҡиәфәттең йә кейемдең тура килмәүе асыҡлана. Был осраҡта инде алмаштырыу, камиллашытрыу талап ителә.
Йәнһүрәтте ҡарау мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа ла төшөрөүе еңел түгел. Садконың образдарың тыуҙырыуға ғына ике йылдан ашыу ваҡыт киткән. Мәҫәлән, һыу аҫты һылыуыҡайының ғына 20-нән ашыу эскизы яһалған, улар барыһы ла йөҙ-ҡиәфәте менән айырылып тора. Береһенең танауы, икенсеһенең ҡолағы, өсөнсөһөнөң сәс төҫө йә кейеме тура килмәй. Һөҙөмтәлә, оҙайлы бәхәстәрҙән һуң ошо образ һайлап алына.
Тағы бер мөһим элемент-тауыш. Ул геройҙың холоҡ-фиғелен, эске донъяһын, күңел байлығын тулыһынса асып бирергә тейеш. Ҡайһы бер образдарға ярашлы, артистар шунда уҡ табыла, ә икенселәрен айҙар буйы эҙләргә тура килә. Ә бына Садко ролен кем яҙҙырасағы бер тапҡырҙан уҡ билдәләнә. Төп герой Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Тимур Ғариповтың тауышы менән йәнләнгән. Сәхнә оҫтаһы уны тәүге тапҡырҙан уҡ, ике сәғәт эсендә генә башҡарып сыға.
Крәҫтиән улы Садконың һыу аҫты донъяһына эләгеүе, яуыз Барракуда менән алышы, һыуһылыу менән осрашыуы. Йәнһүрәттең йөкмәткеһе мауыҡтырғыс һәм фәһемле. Унда изгелек менән яуызлыҡ көрәше, мөхәббәт һәм нәфрәт кеүек мәңгелек темалар ға ла урын бар.
Йәнһүрәт бер сәғәттән ашыу бара. Экрандарға ул тәүге тапҡыр 24 майҙа сыға. Өфө студияһы Рәсәй тамашасылары ижад емешен йылы ҡабул итер тип ышана.




