Ике республика араһында акустик бәйләнеш

"Бүреләр" рок-төркөмө Татарстандан килгән дуҫтары - "CheekLaWeek" төркөмө менән бергә өфөләргә концерт ойошторҙо.

Фото №1 - Ике республика араһында акустик бәйләнеш

Ҡазандың ижади коллективы солисы Зарина Уйылданова - яҡташыбыҙ, Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән. Ул халыҡ йырҙарын заманса аранжировкала башҡарып, меңдәрҙең һөйөүен яулаған йырсы. Башҡортостан тамашасылары ла йәш таланттың сығыштарын алҡышлап ҡаршы алды.

"Бүреләр" төркөмө солисы Илшат Абдуллин билдәләүенсә, туғандаш республиканың сәхнә оҫталары менән берҙәм мәҙәни саралар ойоштороу - халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта. Яңыраҡ улар үҙҙәре лә Ҡазанда үткән музыкаль фестивалдә уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан. Баш ҡалала акустик концерт ойоштороу иһә егеттәрҙең күптәнге хыялы булған.

Был беҙҙең өсөн яңы эксперимент, яңы йүнәлеш. Бындай форматта әлегә сығыш яһағаныбыҙ юҡ.

Илшат Абдуллин, "Бүреләр" төркөмө солисы

Беҙ татар халыҡ йырҙарын бер аҙ үҙгәртеп йырлайбыҙ. Минеңсә, был формат йәштәргә яҡыныраҡ.

Зарина Уйылданова, "CheekLaWeek" төркөмө солисы

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ