Башҡортостан атлылары Ҡаҙағстанда үтәсәк

Әле бер төркөм егеттәр Архангел районының Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында күнекмәләр үтә. Атта сабышыу, һыбай уҡтан атыу һәм һөңгө ырғытыу оҫталыҡтарын камиллаштыра. Бындай фестивалдәргә улар тәүгә бармай. Быға тиклем Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстанда үткән дала уйындарында ҡатнашҡаны бар.

Фото №1 - Башҡортостан атлылары Ҡаҙағстанда үтәсәк

Атым бар йүгәнем юҡ, тип йырланһа ла хәҙерге заманда хәл башҡаса, ти Динис Өмөтбаев. Киреһенсә, йүгән дә бар, эйәр ҙә, әммә сабышырлыҡ аттар табыуы еңелдән түгел. Бар ул, ләкин "Күскенселәр уйындарында" ҡатнашыу өсөн етеҙ юртаҡ булыуы ғына етмәй. Хәрби сафтарҙа үтеү, ылаҡ һәм башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн әҙерлек тә кәрәк.

Аттар әҙлеге бик ҡатмарлы мәсьәлә. Өфө эргәһендә бер-береһенә өйрәнгән ат хужалығы юҡ тиерлек. Һәр кем үҙ атын да биреп бармай, улар хужалыҡта кәрәк.

Динис Өмөтбаев, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте ағзаһы

Ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлап ҡалыу эшенә бик һирәк ат тотоусылар ғына аңлы ҡарашта. Егеттәр юртаҡтарҙы Архангел районы Ҡыҙыл Ырғыҙлы ауылында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеүсе йүнсел Айгөл Усманованан барып тапҡан. Форсат тейәгәндә күнекмәләрҙе ике көнгә һуҙып аттарҙы мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланып ҡалырға тырыша. Сөнки Ҡаҙағстанда етди һынау көтә.

Былтыр беҙгә әҙерләнергә ваҡыт етмәй ҡалды. Шуға быйыл алдан йыйылдыҡ. Атта ҡорал менән эш итеү, һөнгө тотоу, бер һыҙыҡтан йөрөү, аттан төшөп ҡылыс, ҡамсы, сыбыртҡы менән эш итеп күрһәтәсәкбеҙ. Ҡул һуғышы ла буласаҡ.

Юлай Ғәлиуллин, "Мәргән уҡсы" хәрәкәтен ойоштороусы

Уҡ атыу, һөңгө ташлау кеүек бәйгеләрҙә егеттәр һынатмаҫ. Сөнки "Мәргән уҡсы" ойошмаһы был күнекмәләрҙе йыш ойоштора. Тик бына һыбай үтәлгән һынауҙар башҡорт егеттәре өсөн ҡаты буласаҡ. Сөнки Ҡаҙағстанда уларҙы бөтөнләй таныш булмаған аттар көтә. Уларға өйрәнеү ҙә ваҡыт һәм таҫыллыҡ талап итә.

Уҡ атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡаныбыҙ бар, ул беҙҙе ныҡ борсомай. Тегендә Рушан насар сығыш яһаны тип түгел, башҡорттар насар сығыш яһаны тигән фекер ҡаласаҡ. Шуға ла беҙҙә яуаплылыҡ ҙур.

Рушан Хәсәнов, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте ағзаһы
Башбат

Ирмен тигән ир кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр. Йәғни, дәрт-дарман, ҡомар булырға тейеш. Әле егеттәрҙе тап шул дәрт кенә йөрөтә лә инде. Ә улар барасаҡ ерҙә бындай бәйгеләр, милли уйындар хөкүмәт кимәлендә ярҙам ителә. Шулай ҙа милли хәрәкәт тә әле саҡ аяҡҡа баҫып тора. Бәлки, киләсәктә кемдер дилбегәне үҙ ҡулына алыр.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ