Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы үтте. Ярыш алты дисциплинаны үҙ эсенә алды: волейбол, йөҙөү, сатраш, өҫтәл теннисы, дартс һәм бильярд.
Район-ҡалаларҙан барлығы ун өс команда үҙҙәренең физик һәм интеллектуаль әҙерлек кимәлен күрһәтте. Быға тиклем күләмле сара Урал аръяғында уҙғарылып килгәйне, быйыл спартакиаданы баш ҡалала ойоштороу инициативаһы менән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы етәкселеге сығыш яһай. Сәләмәт тормош алып барыу - ярышта ҡатнашыусыларҙың тормош девизы.
Табиптар тығыҙ эш графигы булыуға ҡарамаҫтан, даими күнекмәләр яһап, спортты халыҡ араһында ла пропагандалай.




