Өфөлә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы студенттарҙан ришүәт алғаны өсөн яза алды

Башҡалала Өфө дәүләт нефть техник университетының элекке уҡытыусыһына ҡарата суд ҡарар сығарҙы. Суд материалдары буйынса, сит телдәр кафедраһының 35 йәшлек хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Шул уҡ ваҡытта, уның дәресен бар төркөмгә һатып алырға тура килә.

Фото №1 - Өфөлә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы студенттарҙан ришүәт алғаны өсөн яза алды

Инглиз теленән белем биргән ҡатын, 19 студенттан торған төркөмдән яҡынса 200 мең һум аҡса ала. Студенттар уға билдәһенә ҡарап, ете мең һумдан алып ун биш мең һумға тиклем төрлө суммала аҡса алып киләләр. Уҡытыусы һаҡ була, аҡса икенсе кешеләр аша тапшырыла, тик тейешле факттар камераға эләгеп ҡала..

Ҡулға алынғандан һуң, университет уҡытыусыһы үҙ ғәйебен таный. Суд уны шартлы рәүештә алты йылға иректән мәхрүм итә, шул уҡ ваҡытта биш йыл дауамында уҡытыусылыҡ хеҙмәте менән шөғөлләнә алмаясаҡ.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ