Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов фирҡәнең Юғары Советы ағзаһы булып тора. Партия вәкилдәре Ил президентының май указдарын, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенең тормошҡа ашырылыуы һәм фирҡәнең яңы йүнәлеше хаҡында һөйләште.
Ултырыш һуңында партияның төп принциптарын үҙ эсенә алған резолюция ҡабул ителде. Ул илдең иҡтисад өлкәһен алдынғылар иҫәбенә сығарыу, социаль ғәҙеллек, фән һәм мәғарифте үҫтереүҙе, технологик алға китеште күҙ уңында тота.
Документта билдәләнеүенсә, "Берҙәм Рәсәй" илдең сәйәси аренаһында лидер булып ҡалырға, ә партия ағзалары артабан да Владимир Путин менән халыҡ араһындағы бәләнеште тәьмин итергә тейеш.




