Бүләккә - һыйыр малы

2014 йылдан тормошҡа ашырылған контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһында Ишембай районынан 160 ғаилә ҡатнашҡан. Быйыл социаль ярҙам тағы биш кешегә күрһәтеләсәк.

Фото №1 - Бүләккә - һыйыр малы

Һыйыр фермер хужалығынан шәхси ихатаға март айында күсерелә. Өс йәшлек мал яңы урынға тиҙ өйрәнә. Хужабикәне лә ят итмәй. Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында йәшәүсе Ләйсән Сәғиҙуллина социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам программаһында ҡатнашып 40 мең һум күләмендә матди ярҙам алыуға өлгәшә. Был аҡсаға улар тағы 10 мең аҡса ҡушып һыйырлы була. Өҫтәүенә, бөйрәкәй быҙаулаған.

(ыйырҙы 2 мартта алып ҡаттым, май айына тиклем һараҙа торҙо. Яңыраҡ ғына быҙаулап бирҙе. Көтөүгә үҙе сыға, ҡайта.

Ләйсән Сәғиҙуллина, адреслы социаль программала ҡатнашыусы

Сәғиҙуллиндарҙың йортонда ниндәй генә һөт ризығы юҡ. Табындарынан ҡаймаҡ, эремсек, сыр өҙөлмәй. Аҡты төрлө ҡамыр аштарын бешергәндә лә мул ҡулланалар.

Һөттән ниҙәр генә эшләп була! Үҙебеҙҙән артҡанын ҡалаға сығарып һатабыҙ. Ике һыйырҙан айына 5 мең һум тирәһе сыға.

Ләйсән Сәғиҙуллина, адреслы социаль программала ҡатнашыусы

Социаль программа быйыл да тормошҡа ашырыла. Матди ярҙам мохтажлыҡҡа ҡарап шәхсән билдәләнә. Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, шулай уҡ тәрбиәгә бала алған һәм ғаилә ағзаларының береһенең мөмкинлеге сикләнгәндәргә өҫтөнлөк бирелә.

Программа тураһында кеше белә. Беҙ уны урындағы телевидение, гәзиттәр аша белдерҙек. Халыҡтың күп йыйылған урынында ла белдереүҙәр элдек.

Сәфиулла Ғәйнуллин, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Ишембай ҡалаһы бүлеге етәксеһе
Башбат

Шәхси хужалыҡ тотоусылар, йәғни үҙ эшен булдырырға теләүселәр дәүләт менән өс йылға тиклем социаль килешеү төҙөй. Ғаиләләргә ныҡлап аяҡҡа баҫыу, һыйырлы булыу өсөн был ҙур ярҙам булып тора. Сәғиҙуллиндар мәҫәлән, һөт-ҡаймаҡлы ғына түгел, килем дә ала. Һыйырҙың быҙаулауы өҫтәмә бонус ҡына.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ