Өлкә башлығы Булат Бакаув етәкләгән делегацияла төрлө министрлыҡ, фән һәм бизнес өлкәһе вәкилдәре бар.
Ҡунаҡтар бөгөн АНК "Башнефть" заводтарының береһендә эш үҙенсәлектәре менән яҡындан танышты. Шулай уҡ "Кроношпан" заводы урынлашҡан "Өфө" индустриаль паркында булды.
Иртәгә делегация Рәсәй нефть-газ химияһы форумында ҡатнашырға иҫәп тота.




