Республика, Бөтә Рәсәй олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәрен ҡаланың үҙешмәкәр коллективтары йыр-бейеүҙәре менән ҡаршы алды.
Талантлы егет-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы төбәктең ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында үтте. Билдәле булыуынса, баш ҡаланың 65 мең уҡыусыһы быйыл 23 дисциплина буйынса ил кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, уларҙың 15-е йомғаҡлау этабында яҡшы күрһәткестәргә ирешкән . Бигерәк тә теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙән алдынғылыҡ яулаусылар күп. Әйткәндәй, былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған төбәк-ара олимпиадала Өфөнән дүрт призер була. Бәхетлеләр исемлегенә Рәзилә Ғиләжетдинова ла эләгә.
Башҡортостан мәғарифын алға әйҙәгән талантлы йәш быуындың исемдәре Почет китабына ла индерелде. Уҡыусыларҙың бәхетле минуттарын педагогтары ла күҙәтте. Әйткәндәй, Өфөлә һәләтле балалар слеты йыл һайын май айында уҙа.




