Өфөлә йәшәүселәр донорҙар акцияһы сиктәрендә ҡан тапшыра ала

Май, июнь һәм июль айҙарында башҡалала донорҙар акцияһы үтәсәк. Һәр теләгән кеше ҡан тапшыра аласаҡ. Бының өсөн 18 йәшең тулыу мөһим һәм тән ауырлығың 50 килограмдан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 майҙа ҡан тапшырыу станцияһында Өфө юридик институтының 89 студенты акцияла ҡатнаша. Сара ваҡытында 42 литр ҡан тапшырыла. 26 майҙа был уҡыу йортонда тағы ла бер тапҡыр Донорҙар көнө ойоштороласаҡ.

Акцияны мобиль ҡан тапшырыу станциялары уҙғара. Шулай итеп, май, июнь һәм июль айҙарында Өфөнөң ете урынында донор акцияларын үткәреү күҙаллана.

Фото: Интернет