Өфөлә Шәфиев урамында капиталь ремонт эштәре башҡарыла

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһы сиктәрендә Шәфиев урамында ремонт бара. Белгестәр юлдың иҫке ҡатламын фрезалау һәм бордюрҙарҙы сисеү менән шөғөлләнә.

Фото №1 - Өфөлә Шәфиев урамында капиталь ремонт эштәре башҡарыла

Проект сиктәрендә Октябрь районында ун дүрт участкала юлдарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Дөйөм майҙаны 244 мең 593 кв.метр тәшкил итә. Ремонт эштәре, шулай уҡ, К.Абрамова, Өфө шоссеһы һәм Октябрь проспектында башҡарыла.

Урында йәшәүселәргә юл маршрутын алдан хәстәрләүҙәре һорала. Төҙөкләндереү эше дауам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ