Башҡаланың Еңеү паркында яңы скульптура барлыҡҡа киләсәк. Һәйкәл, сик буйы ғәскәрҙәре барлыҡҡа килеүенә йөҙ йыл тулый айҡанлы, урынлаштырыласаҡ.
Дүрт метр бейеклектәге һәйкәл сик һаҡсыһын һынландыра. Совет армияһы формаһындағы һалдат тоғро дуҫы-хәрби эт менән тора. Композицияның ауырлығы яҡынса 250 килограмм. Был скульптураны яһау өсөн дүрт ай самаһы киткән.
Скульпторҙың авторы- Хәлит Ғәлиуллин. Ул белдереүенсә, һәйкәлгә илле йыл тирәһе төҙөкләндереү эше кәрәк булмаясаҡ. Әлеге ваҡытта паркты һәйкәл өсөн нығытыу ҡоролмаһы ҡуйылды һәм ошо көндөрҙә скульптураны урынлаштырыу эшенә тотонасаҡтар. 26 майҙа һәйкәлде тантаналы асыу күҙаллана.
Фото: Интернет.




