"Ҡышҡы сейә" сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында ғәйепләнеүсе өс кеше һаҡ аҫтында ҡала

Кемерово өлкәһе суды "Ҡышҡы сейә" сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында ғәйепләнеүсе өс кешенең һаҡ аҫтында ҡалдырыу ваҡытын оҙайтты. Дөйөм алғанда,осраҡ буйынса һигеҙ кеше яуап бирә. Һаҡ аҫтында ҡалыу 24 августҡа тиклем оҙайтылды.

Фото №1 - "Ҡышҡы сейә" сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында ғәйепләнеүсе өс кеше һаҡ аҫтында ҡала

Бинаның хужаһы- Соболева Г.В., янғын сигналы системаһын урынлаштырыусы "Системный интегратор" компанияһы етәксеһе Александр Никитин һәм шәхси һаҡлау предприятиеһы хеҙмәткәре Сергей Антюшин һаҡ аҫтында ҡала. Әле ҡалған дүрт ғәйепләнеүсене лә һаҡ аҫтына алыу тураһында үтенес ҡарала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғында алтмыш кешенең ғүмере өҙөлдө.

Фото: Интернет.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ