Нижегородка биҫтәһендә яңы ҡаҙанлыҡ төҙөлөшө башланды. Яңы ҡаҙанлыҡ төҙөлөүө менән йорттарҙы йылытыу проблемаһы хәл ителәсәҡ. Урында йәшәүселәр муниципалитетҡа был һорау менән бер тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәне.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға тиклем 13 торлаҡ йорт, ике мәктәп, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт йорто Өфө фанер-плита комбинаты ҡаҙанлығы менән йылытыла. Бынан ике йыл төҙөлөш эшенә нигеҙ һалына. Ул ваҡытта проект документацияһы әҙерлек кимәлендә генә була.
Әле төҙөлөш эше башланған. Белгестәр нигеҙ һала, шулай уҡ коммуникация үткәрелә. Ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһына заказ яһала. Яңы йылытыу миҙгелендә объекттың сафҡа инеүе күҙаллана.




