Республикала «Мисс Эко Башкортостан-2018» конкурсына һайлап алыу туры уҙасаҡ

Республикала икенсе тапҡыр «Мисс Эко Башкортостан» конкурсы ойоштороласаҡ. Сараға һайлап алыу туры 28 майҙа уҙасаҡ. Конкурс республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында үтә.

Фото №1 - Республикала «Мисс Эко Башкортостан-2018» конкурсына һайлап алыу туры уҙасаҡ

Хәбәр итеүҙәренсә, сарала 16 йәштән25 йәшкәсә ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Буйҙары 165 сантиметрҙан да кәм түгел, насар ғәҙәттәре һәм никахта булмауҙары шарт. Кастингта ҡатнашыу өсөн missbashkortostan@mail.ru почтаһына «Мисс Эко» тамғаһы менән заявка ебәреү мөһим. Исем-шәрифте, йәш һәм буйҙы, телефон һандарын күрһәтеү мотлаҡ, шулай уҡ фотоһүрәттәр беркетергә кәрәк.

7 июндә Халыҡ-ара экологик күргәҙмә сиктәрендә конкурстың финалы үтәсәк. Унда еңеүсе «Мисс Эко Интернешнл-2019» конкурсында республика намыҫын яҡлаясаҡ. Башлана 19:00 сәғәттә

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ