Иртәгә республикала 28 градусҡаса эҫетәсәк

Башҡортостанда эҫе көндәр башланасаҡ. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 23 май, термометр бағанаһы 28 градусҡаса күтәреләсәк. Бер аҙ болотло һауа торошо көтөлә.

Фото №1 - Иртәгә республикала 28 градусҡаса эҫетәсәк

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, иртәгә һауа торошо яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә- ун ике градус, республиканың көнсығыш райондарында алты градус йылы булыуы көтөлә. Тупраҡҡа еңелсә ҡырау төшөүө ихтимал. Көндөҙ республика халҡын 28 градуслыҡ эҫе һауа торошо көтә.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ