Өфөлә «Яҙғы балда» биш мең сығарылыш уҡыусыһы ҡатнашасаҡ

Шәмбе, 26 май, Өфө уҡыусылары традицияға ингән матур байрамда ҡатнашасаҡ. Сара ҡаланың тарихи үҙәгендә үтәсәк. Мәктәп уҡыусылары Совет майҙанында йыйыласаҡ.

12:45 сәғәттә сығарылыш уҡыусылары ике колонна менән Ленин һәм Пушкин урамдары буйлап уҙасаҡ. 13:00 сәғәттә иһә Совет майҙанына юл тотасаҡтар. Етенсе йыл рәттән байрамды «Сығарылыш уҡыусылары аллеяһы» асасаҡ. Сарала ҡаланың 117 мәктәбенән яҡынса биш меңгә яҡын уҡыусы ҡатнашасаҡ.

Сығарылыш кисәләре һәм аттестаттар тапшырыу 23 июндә үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 майҙа Сығарылыш кисәләре һәм аттестаттар тапшырыу 23 июндә үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 майҙа сауҙа нөктәләрендә алкоголь эсемлектәр менән һатыу итеү тыйыла. Бынан тыш, һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм сығарылыш кисәләре мәғариф учреждениеларында үтергә тейеш. . Бынан тыш, һуңғы ҡыңғырау байрамы һәм сығарылыш кисәләре мәғариф учреждениеларында үтергә тейеш.