Яңы аҡса купюраһы футбол буйынса донъя чемпионаты айҡанлы баҫтырыла. Ул 22 майҙан ҡулланылышҡа инде.
Рәсәйҙең Үҙәк Банкы хәбәр итеүенсә, аҡсаның бер яҡ битендә билдәле футболсыларҙың ҡаҙаныштары хаҡында хыялланған малай һүрәтләнгән. Икенсе яғында иһә- ер шарын һынландырған футбол тубы. Унан түбәнерәк, уйындар үтәсәк ҡалалар исемдәре яҙылған.
Банкноттарҙың тиражы яҡынса 20 миллион экземплярҙа баҫыласаҡ.




