Башҡортостанда наркотик менән сауҙа итеүҙә ғәйепләнеүсе алты кеше ҡулға алынды

Бәләбәй районында йәшәүселәр законһыҙ рәүештә наркотиктар менән һатыу итеүҙә ғәйепләнә. Наркотөркөм 2013 йылда ойошторола.

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 2013 йылдан 2014 йылға тиклем ике ғәйепләнеүсе наркотиктар һатып алып, ҡуртымға алынған фатирҙа уларҙы махсус ҡапсыҡтарға тултырыу менән шөғөлләнә. Артабан, тыйылған матдәләр төркөмдөң башҡа кешеләренә тапшырыла. Улар иһә, үҙ сиратында, Өфөлә һәм Бәләбәйҙә йәшерен урындарға тарата.

Тиҙҙән наркотөркөмдөң бар ағзалары ҡулға алына. Тикшереү барышында уларҙан ҡапсыҡтарҙағы наркотиктар табыла һәм тартып алына. Суд өс йылдан алып алты йылғаса иректән мәхрүм итте.

Фото: Интернет