Киләсәк нигеҙе - инвестициялар, яңы предприятиелар төҙөү, иҫкеләрен яңыртыу

Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов "Башнефть" компанияһының "Өфөоргсинтез" йәмғиәтендә изопропилбензол етештереү ҡоролмаһын сафҡа индереү тантанаһында белдерҙе. Был органик ҡушымта фенол һәм ацетон сығарыу өсөн ҡулланыла. Яңы технология етештереү ҡеүәтен күпкә арттыра, уның башҡа өҫтөнлөктәре лә күп.

Яңы етештереү ҡоролмаһының асылыуы тарихи ваҡиға. Өфөоргсинтезда ошондай уҡ линия һуңғы тапҡыр 21 йыл элек асыла, эш технологиялары иһә бөтөнләй иҫке, 40-сы йылдарҙан ҡалған. Республика өсөн инвестициялар ярҙамында ҡеүәтле предприятиеларҙың матди-техник базаһын яңыртыу йолаға әйләнеп бара.

“Башнефть” һәм “Роснефть” киң инвестицион эш алып бара. Бөгөнгөһө, иң масштаблы проект түгел, әммә бында ике миллиард һум инвестицияланды. Артабан реконструкциялау проектын башҡарасаҡбыҙ.

Рөстәм Хәмитов

Изопропилбензол йәки кумол тигән һүҙ ҡолаҡҡа ят һымаҡ. Әммә ул беҙҙең көнкүрештең айырылғыһыҙ өлөшө. Был органик ҡушымта автомобилдәр эшләү, электр техникаһы, медицина өлкәһендә, буяуҙар эшләүҙә киң ҡулланыла. Кумол Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә оҙатыла. Яңы технология иһә сығымдарҙы, ә иң мөһиме, зарарлы ҡалдыҡтар күләмен кәметә.

Етештереүҙең хаҡын төшөрөүгә өлгәштек. Тәбиғәткә зыян килтергән ташландыҡтарҙың зыянын ун тапҡырға кәметтек.

Александр Романов, "Башнефть" компанияһы вице-президенты

Был технология Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып файҙаланыла, бар система автоматлаштырылған. Объектты сафҡа индереүҙә тулыһынса тиерлек үҙебеҙҙең илдә етештерелгән материалдар, ҡоролмалар ҡулланылған. Предприятиены яңыртыу эше киләсәктә лә дауам итәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Бындай сеймалға донъяла мохтажлыҡ ҙур. Иң алдан, әлбиттә, үҙебеҙгә полиэтилен, полиэстирол кәрәк. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу бурысын бер кем дә иңҡар итмәй.

Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан предприятиеһы Рәсәйҙә етештерелгән фенолдың 30 процентын сығара, ацетон буйынса ла лидер позицияһын биләй. Ә алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн яңы технологяилар бик мөһим. Республика өсөн мега проекттар матур йолаға әйләнә , һуңғы осорҙа ғына 40 миллард һум инвестиция һалынған акрил кислотаһы заводы эш башланы, Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген сафҡа индереүгә 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. "Башнефть"тә биологик таҙартыу ҡоролмаһы эшләй башланы. Төбәктә илдең ҡеүәтле предприятиелары менән уңышлы эш системаһы булдырылған. Был үҙ сиратында етештереү кимәле артыуы, иҡтисади күтәрелеш тигән һүҙ. Һөҙөмтә булраҡ республика йәшәгән һәр кешенең тормош сифаты яҡшырыуы.

Изонопропилбензол, йәғни кумол етештереү ҡоролмаһы һуңғы йылдарҙа "Башнефть" компанияһы ғәмәлгә ашырған иң ҙур инвестиция проекттарының береһе. Линияны яңыртыу, сафҡа индереүгә 2 миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған. Заманса ҡоролма етештереү ҡеүәттәрен күпкә арттыра һәм йылына 170 мең тонна кумол етештереү мөмкинлеге бирә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.