Бюджеттың килем өлөшө арта

Республика бюджетының килемдәр өлөшө 19 миллиард һумдан ашыуға артасаҡ. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында 2018 йылға һәм 2019 һәм 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты тикшерелде.

Фото №1 - Бюджеттың килем өлөшө арта

Был сумманың төп өлөшөн ойошмалар килеменә һалым тәшкил итә. Бынан тыш, төбәк федераль бюджеттан 2 миллиард ярым һумға яҡын өҫтәмә субвенциялар аласаҡ. Өҫтәмә килемдәр коммуналь инфраструктура ҡоролмаларын модернизациялауға, Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар төҙөүгә һәм реконструкциялауға, республика агросәнәғәтен дәүләт яҡлауына, халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеүгә, минималь эш хаҡы күләмен арттырыуға һәм Рәсәй Президентының май указдарын үтәүгә бәйле төрлө өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтеләсәк.

Республика бюджетын 19 миллиард һумға күбәйтеү көтөлә. Һөҙөмтәлә быйылғы йылда дәүләт ҡазнаһын 182 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсалар Башҡортостандың 100 йыллығына объекттар төҙөүгә, эш хаҡын арттырыуға, торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәм башҡа эштәргә сарыф ителәсәк.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Пленар ултырыштың көн тәртибенә йәмғеһе өс тиҫтәгә яҡын закон проекты сығарылды. Шуларҙың береһе "Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында"ғы республика законына үҙгәрештәр индереү. Уға ярашлы, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге беренсе синыфҡа барыусыларға мәктәп кәрәк-яраҡтарын бушлай биреү закон менән нығытыласаҡ. Шулай уҡ дәүләт символдары тураһында закон проекты ла балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота.

Йәшәгән дәүләткә ихтирам тәрбиәләү йүнәлешендә, белем биреү учреждениеларында Рәсәй байрағы янында Башҡортостан әләмен дә ҡуйыу, дәрес башында һәм төрлө байрамдарҙа дәүләт гимнын яңғыратыу закон менән мотлаҡ тип билдәләнә.

Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ