Ҡалала йәштәрҙең "Үҫеш биләмәһе" мәғариф форумы үтте. Форум эшендә Башҡортостандың әйҙәүсе белгестәре ҡатнашты.
Программа бай йөкмәткеле ине - тренингтар, семинарҙар, лекциялар һәм квестар ойошторолдо. Бәхәстәр барышында төбәктә йәштәр үҙидараһын үҫтереү ысулдары, ә оҫталыҡ дәрестәрендә ысын лидер сифаттарына эйә булыусының булмышы билдәләнде.




