Башҡортостанда балыҡсылыҡты үҫтерергә дәүләт ярҙам итәсәк

Бөгөн был хаҡта Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашлығында үткән Хөкүмәт президиумы ултырышында билдәләнде. Аҡсалата ярҙам балыҡ үрсетеү хужалыҡтарына кредиттар түләүгә, ем алыуға һәм хужалыҡты төҙөү, төҙөкләндереү маҡсаттарына бүленә. Федераль ҡаҙнанан килгән сығымды әлегә республикалағы ике проектҡа - Ҡарман һәм Учалылағы балыҡсылыҡ хужалыҡтарына йүнәлтеү күҙаллана.

Ҡорман балыҡтар банка эсендә күҙгә саҡ күренеп йөҙә. Бәләкәй генә балыҡтар ванна эсенә һыуға ебәрелә. Ылыҫлы ағас һалынған һыуҙа улар йөҙөргә өйрәнә, ә артабан ҙур һыу көтә - быуаға сығарыу. Ыуылдырыҡтан балыҡ үрсетеү Анатолий Юлиянович менән Виктор Валентиновичтың яратҡан шөғөлө. Был ҡатмарлы эш күптән яйға һалынған һәм ул килем сығанағы булып та тора.

Әле бында ҡорман балыҡ менән уҡ балыҡтың ыуылдырыҡтарынан балыҡ үрсетәбеҙ. Ҡорман балыҡты суртан балыҡҡа ем өсөн файҙаланабыҙ. Суртанды үрсетеү ҡатмарлы, ҙур һауыттар булһа яҡшыраҡ. Йыл һайын Ағиҙел йылғаһына ғына 60 меңдән ашыу суртан үрсетеп ебәрә алабыҙ.

Виктор Стародубцев, ихтиолог

Балыҡ үрсетеү өсөн инкубатор бинаһын балыҡсылыҡ хужалығы быйыл ғына һалып сыҡҡан. Бында суртан, ҡорман, һаҙан, табан балыҡ, уҡ балыҡ һәм башҡа балыҡтар үрсетелә.

"Штиль" яуаплылығы сикләнгән хужалығы 18 йыл эшләп килә. Өфө районындағы Вольно-Сухарев ауылы эргәһендәге быуаны улар ҡуртымға алған. Күл 165 гектар майҙанды биләй. Балыҡ тоторға, ял итергә килеүселәр өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған. Балыҡ Өфө, Бәләбәй, һәм башҡа ҡалаларҙағы күмәртәләп һатып алыусыларға тапшырыла. Былтыр 35 тоннанан ашыу продукция һатылған. Хужалыҡ етәксеһе әйтеүенсә, бөтә эш ҡулаҡсаға башҡарыла, бурысҡа аҡса алмағандар, тик бер проблема бар - оло юлдан быуаға илтеүсе бер саҡырым дан ашыу юлды тәртипкә килтерергә кәрәк. Уның өсөн 10 миллион һум тирәһе аҡса талап ителә.

Бер ҡайҙан да ярҙам һораманым, бөтәһе лә үҙ көсөбөҙ менән. Тик юл мәсьәләһе бар. Ҡыш бөтөнләй өҙөлә. Ҡомташ һибеп булһа ла юл эшләргә ине.

Анатолий Буяк, балыҡсылыҡ хужалығы етәксеһе

Ә киләсәктә балыҡсылыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә дәүләт ярҙам итәсәк. Был хаҡта бөгөн Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығындағы Хөкүмәт президиумы ултырышында билдәләнде.

Аҡсалата ярҙам балыҡ үрсетеү хужалыҡтарына кредиттар түләүгә, ем алыуға һәм хужалыҡты төҙөү, төҙөкләндереү маҡсаттарына бүленә. Быйыл апрелдә республикаға федераль бюджеттан 793 мең һум аҡса килгән. Хөкүмәт премьер-министры субсидия күләмен арттырыу юлдарын ҡарарға һәм был ярҙамға дәғүә итеүселәр исемлеген киңәйтергә ҡушты. Сөнки төбәктә балыҡсылыҡ хужалыҡтары үҙаллы эшләп килә һәм күптәре ябылыуға дусар. Шарттарға килгәндә, һыу объекттары етерлек. Ә баҙарҙа ете ҡат диңгеҙ аръяғынан килтерелгән түгел, үҙебеҙҙә үрсетелгән, сифатлы ризыҡҡа ихтыяж һәр саҡ буласаҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.