Илештәр Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу акцияһына ҡушылды

Бер көн эсендә районда 4800 шыршы үҫентеһе ултыртылды. Экологик өмәлә илленән ашыу кеше ҡатнашты.

Йәркәй урман участкаһында акция башланыр алдынан урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәшеллекте һаҡлау буйынса лекция һөйләне. Сөнки экологик өмәлә башлыса мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр ҡатнашты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уҡытыусыларҙың, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренең үҙ миҫалында урманды һаҡлауға, яҡлауға өлөш индереүе йәш быуынға өлгө булып тора. Экологик сараның маҡсаты ла тирә-яҡ мөхиткә ҡарата иғтибарҙы арттырыу. Әйткәндәй, Илеш районы мәктәптәрендә урмансылыҡ нигеҙҙәре өйрәнелә.

Беҙҙең белем усағында урмансылыҡ 1971 йылда ойошторола. Әлеге көнгә тиклем ул уңышлы эшләй. Түңәрәккә 15 уҡыусы йөрөй. Улар менән ҡышҡыһын белгестәр дәрестәр алып бара, алған белемдәрен яҙғыһын ҡыҙҙар-малайҙар практикала, ағас ултыртып нығыта. Бынан тыш, төрлө конкурс, акцияларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Лариса Сәхибгәрәева, Исәмәт ауылы мәктәбе урмансылығы етәксеһе

Автор: Фәниә Юланова.