Был турала Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында белдерелде.
Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау объекттарында һәм транспортта уңайлы мөхит тыуҙырыу, инвалид балаларға белем биреү, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде. Әле республикала 18 йәште уҙған 260 меңдән ашыу мөмкинлеге сикләнгән кеше иҫәпләнә. Был төбәк халҡының 6,4 процент самаһы.
Былтыр Башҡортостан бюджеты иҫәбенә эш урындарын булдырыу буйынса саралар тергеҙелгән. Эш быйыл да дауам итә. Бының өсөн 21 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.




