Өфө дәүләт авиация-техник университетында яңы лаборатория асылды

Сәнәғәтте автоматлаштырыу лабораторияһы шәхси инвестициялар ярҙамында булдырылған. Ул Рәсәйҙә һәм сит илдә етештерелгән ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был үҙенсәлекле проект йыл ярым эсендә тормошҡа ашырылған.

Фото №1 - Өфө дәүләт авиация-техник университетында яңы лаборатория асылды

Студенттар бәләкәй стендтарҙа энергетика, электр тәьминәте өлкәһендә тәжрибә туплай, энергетик системалар эшен өйрәнә ала.

Бәләкәй күсмә уҡыу стендтары ярҙамында сәнәғәт контролерҙары менән эшләү, төрлө тармаҡтарҙы программаларға, технологик процесстарҙы автоматлаштырырға мөмкин.

Айрат Ғәлләмов, ӨДАТУ-ҙың иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы доценты, проект етәксеһе

Сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтарын автоматлаштырыу индустриаль хәүефте һәм энергетик сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Йыл дауамында был лабораторияла өс факультеттан 200 ашыу студент шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ фәнни-тикшеренеү, тәжрибә конструктор эштәре, эксперттар ҡатнашлығында профилле күнекмәләр үтәсәк. Лаборатория сәнәғәт инженерҙары өсөн квалификацияны күтәреү үҙәге лә булып хеҙмәт итер тип күҙаллана.

Университет менән берлектә матди-техник базаны нығытабыҙ. Был лабраторияла студенттар яңы технологиялар һәм автоматлаштырыу техникаһы өлкәһендә тәрән белем аласаҡ.

Игорь Войтенко, сәнәғәт компанияһы генераль директоры

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ