Район мәҙәниәт йортонда "Дуҫлыҡ сәскәһе" тип аталған сара Бөйөк Ватан һуғышының иң һынылышлы мәле - Сталинград алышы тамамланыуҙың 75 йыллығына бағышланды.
Фестивалдә иң яҡшы төркөмдәр сығыш яһаны. Быйыл өлгөлө үҙешмәкәр ижади коллектив исеменә өс балалар, ә халыҡ коллективына туғыҙ өлкән ансамбль дәғүә итә. Өс йыл һайын уҙғарылған мәҙәни бәйге алдағы йылдарҙа юғары исем яулаусыларға имтихан булып тора.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, коллективтарҙың кимәле һис тә төшмәгән. Райондың Түбәнге Ләмәҙ ауылынан "Әхирәттәр" фольклоры ҡатнашыусылары баһалама ағзаларына "Яулыҡ байрамы" йолаһын тәҡдим итте. Ансамблдә хаҡлы ялдағылар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Коллектив шулай уҡ районда уҙғасаҡ "Мәргән уҡсы" бәйгеһенә әҙерләнә.




