Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылындағы колхозда агроном булып эшләгән Әхмәтнәҡи Ахунйәновты1942 йылда Әлкәгә хәрби уҡыуға ебәрәләр. Һуғыштың иң ҡыҙыу мәлендә ул фронтҡа алынған. Элекке Калинин өлкәһенә ҡараған Великие Луки районының Ҙур Рудкино эргәһендә барған ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк булған.
Псков өлкәһендәге туғандар ҡәберлеген күрергә Бөйөк Ватан һуғышы яугирының улы Илһам Ахунов кейәүе һәм ейәндәре менән бергә бара. Үҫмерҙәр ҡарт олаталары ерләнгән урынға Миәкә районы тупрағын да һала. Урында шулай уҡ Гвоздов ауылы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында митинг ойошторола.




