Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 27-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Ул ғаилә йылына арналған ҙур театрлаштырылған концерт менән тамамланды. Тамаша берләшмәлә эшләгән ижади парҙар сығышы менән үрелеп барҙы. Улар барлығы 21 ғаилә.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе 27-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Әйткәндәй, республика мәҙәниәт усаҡтары араһында иң күп пар тап Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә хеҙмәт итә. Улар араһында башҡорт драма театры асылғандан бирле эшләүсе Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һәм Рауил Ғәлиндар, билдәле сәхнә оҫталары Рәйхана менән Миңлеғәле Хәсәновтар бар.

Тәүге тапҡыр концертта ғаилә булараҡ ҡатнаштыҡ, ә былай 17 йыл бергәбеҙ. Театрҙа 7 йыл бергә.

Светлана һәм Рафиҡ Хәсәновтар, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе хеҙмәткәрҙәре

Тамаша барышында алтмыш өс йыл, шулай уҡ бер йыл йәшәүсе парҙар билдәләнде. Ғаиләләргә иҫтәлекле бүләктәргә ҡушып бер йыллыҡ абонемент тапшырылды. Ғөмүмән, 27-се ижад миҙгелендә башҡорт драма театры репертуары алты яңы сәхнә әҫәре менән тулыланһа, ә филармония 21 яңы концерт программаһын тәҡдим итте.

Бөгөн беҙ тамашасыларыбыҙ менән дә үҙебеҙҙе бер ҙур ғаилә кеүек тойҙоҡ. Байрам күңелле, йылы булды.

Әлиә һәм Айҙар Зариповтар, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе хеҙмәткәрҙәре

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ