Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов республика халҡын социаль селтәрҙәр аша изгелек ҡылырға саҡыра.
Акцияны башлап ебәреүсе Айнур хәҙрәт үҙенең видеояҙмаһында тағы ла өс кешегә изгелек эстафетаһын тапшыра. Мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашыусылар көндән-көн арта. Әлегә тиҫтәнән ашыу кеше мохтаж ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, кейем һәм дарыуҙар һатып алып, #рамаданблагомдан хэштегы менән видеояҙмаларын интернет киңлектәренә һалған.
Акцияға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин менән Лос-Анджелеста йәшәүсе яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Лиана Хәбибуллинаны ла саҡырғандар. Әйткәндәй, был изгелек сараһында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.




