Республикала етештерелгән яғыулыҡ күптән сифат билдәһенә әйләнгән. Шуға ла сәнәғәттең был тармағы иҡтисад ҡитғаларына ғына һыймай. Нефть һәм нефть эшкәртеү республиканың үҫеш йүнәлешен билдәләүсе стратегик әһәмиәттәге тармаҡ. Был турала бөгөн Рәсәй нефть, газ һәм химия форумын асыу тантанаһында ла билдәләнде.
Быйыл уның пленар ултырышында тармаҡҡа донъя күләмендәге геосәйәси хәлдең йоғонтоһо тураһында фекер алышынды. Әле көнбайыштың ҡаты сакцияларына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда тармаҡ предприятиелары эҙмә-эҙлекле үҫеш юлында.
Санкциялар беҙҙең предприятиеларҙы уятты, инвестициялар күбәйҙе, тип билдәләй Рөстәм Хәмитов.
Ишембайҙа ҡара алтын табылған көндән алып углеводород сеймалы сығарыу һәм уны эшкәртеү республика иҡтисадының иң әһәмиәтле тармағына әйләнде. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ Башҡортостанда фронҡа оҙатылған яғыулыҡтың 40 проценты етештерелде. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрһәткестәр тағы ла артты. Республика нефть, газ һәм химия сәнәғәте өлкәһендә бай тәжрибә тупланған төбәк. Беҙҙәге предприятиелар һәм белгестәрҙең әҙерлеге Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә юғары баһалана.
Нефть, газ, технологиялар халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе 26-се тапҡыр үтә. Быйыл уның эшендә донъяның 10 иле һәм Рәсәй төбәктәренән 350 компания ҡатнаша. Маҡсат Рәсәйҙең нефть, газ һәм химия сәнәғәте үҙәгендә тупланған тәжрибәне үҙләштереү, Башҡортостан нефтселәре менән эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу.
Башҡортостандың нефть эшкәртеү сәнәғәте әле республиканың күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итә. 2017 йылда ғына "Башнефть" компанияһы республика ҡаҙнаһына 8 миллиард һум дивидент күсерҙе. Был аҡсалар төбәктең социаль инфраструктураһын камиллаштырыуға йүнәлтелә. Тимәк, ер аҫтынан табылған һәр тамсы ҡара алтын, Башҡортостандың яҡты киләсәген тәьмин итеүгә өлөш индерә.




