Бөгөн Башҡортостан менән Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре араһындағы тауар әйләнешенең 40% Ҡаҙағстанғанға тура килә. Бәйләнештәге ыңғай динамиканы һаҡлап ҡалыу өсөн берҙәм баҙар өҫтөнлөктәрен файҙаланырға кәрәк. Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Павлодар өлкәһе аҡымы Булат Бакауов етәкселегендәге Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашыуҙа белдерҙе.
Былтыр көҙ Башҡортостан һәм Павлодар өлкәһе араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Ҡабул ителгән документ мөнәсәбәттәрҙең нығыуына һәм тауар әйләнешенең артыуына килтерҙе. Бөгөн яҡтар ауыл хужалығы өсөн биотехнологиялар өлкәһендә эшмәкәрлектең үҫә барыуын билдәләй. Башҡортостандан Ҡаҙағстанға биопрапараттар һәм ашламалар, ауыл хужалығы техникалары, нефть продукттары, химия сәнәғәте тауарҙары оҙатыла. Өфө дәүләт моторҙар эшләү берекмәһе менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылған.
Әле Башҡортостанда күрше дәүләттән бер меңгә яҡын студент белем ала. Һуңғы дүрт йылда уларҙың һаны өс тапҡырға артҡан. Павлодар нефтехимия заводының ике тиҫтәтән ашыу хеҙмәткәре лә Өфө дәүләт нефть техник университетында белемдәрен камиллаштырған. Әйткәндәй, Павлодар өлкәһе нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте менән танылған. Шуға ла бөгөн ошо йүнәлештәге иң эре заводтарҙың береһе Башҡортостан компаниялары менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырған. Бынан тыш, беҙҙең төбәк агросәнәғәт комплексы, сауҙа, мәғариф, металлургия өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек итергә әҙер, тине Павлодар өлкәһе етәксеһе.




