Гүзәл Айҙарбәкова өсөнсө стадиялағы түллек биҙе яман шешенән яфаланыуы хаҡында ярты йыл элек кенә белеп ҡала. 35 йәшлек ҡатын кисекмәҫтән аяуһыҙ сир менән көрәшә башлай. Әлегә бер операция һәм биш химия терапияһы үткән. Тулыһынса дауаланыр өсөн уға Мәскәү клиникаларының береһендә тағы ла бер әмәлиәт үтергә кәрәк. Әммә унда медицина ярҙамы түләүле.
Операция ҡатынға яҡынса бер миллион йөҙ мең һумға төшәсәк. Ярты ай эсендә мәрхәмәтле кешеләр көсө менән был сумманың дүрттән бер өлөшө йыйылған.
Былтыр декабрҙә Гүзәл Айҙарбәкованың эсе таша, табиптар ике аҙна дауамында ҡатынға теүәл диагноз ҡуя алмай. Ғинуарҙа компьютер томографияһын үткәс кенә, асцит һәм перитонит сирҙәре барлығы асыҡлана. Ҡатынға операция яһайҙар, уң түллек биҙен, ҡарынъяуының бер өлөшөн ҡырҡып алалар һәм гистология тикшереүенә ебәрәләр. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй - Гүзәлдә яман шештең өсөнсө стадияһы булыуы асыҡлана.
Гүзәл Айҙарбәковаға операцияны Мәскәүҙә 4 июндә эшләмәкселәр. Әммә әмәлиәттең булыры әлегә икеле. Медицина ярҙамы илдең баш ҡала клиникаһында түләүле. Миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Ҡатындың бәхетенә әлегә был сумманың күп өлөшө йыйылған да инде.
Өсөнсө стадиялағы түллек биҙе яман шешенән яфаланыусы Гүзәл Айҙарбәкова Мәскәүҙәге операциянан һуң әсәлек бәхетен бер ҡасан да кисерә алмаясаҡ. Был ҡурҡыныс ҡарарҙы ишеткәс, ҡатын башта депрессияға бирелә. Әле хәле сағыштырмаса яҡшырған. Яҡын кешеләренең, дуҫтарының изге күңелле булыуы йәшәүгә көс өҫтәгән. Гүзәлгә илдең баш ҡалаһында дауалау курсын үтеү хыялын тормошҡа ашырыуҙа һәр кем матди яҡтан ярҙам күрһәтә ала. Бының өсөн экранда күрһәтелгән банк иҫәбенә аҡса күсерергә кәрәк. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп: 4276 6700 7688 7784;
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 987 589 12 39.




