Бәхетһеҙ осраҡ ҡаланың Киров урамында оҙайлы төҙөлөшкә әйләнгән торлаҡ йортта теркәлгән. Әйткәндәй, ул йыл башында медицина университеты студенты Гүзәл Ғәзетдинованың кәүҙәһе табылған бер үк объект. Әлеге ваҡытта ҡазаланған ҡыҙ ҡала дауаханаларының береһендә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса уның хәле ауыр тип билдәләнә. Асыҡланыуынса, объект кәртәләнмәгән.
Ҡала үҙәгендә урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа 2009 йылда нигеҙ һалына. Ул теүәл бер йылдан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Ләкин ишек-тәҙрәләре ҡуйылған объектта эш ҡапыл туҡтап ҡала.
Ә ул урын ҡасандыр спорт майҙансығы булған. Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, төҙөлөш компанияһы мәктәптән тартып тигәндәй алып ерҙе үҙ милкенә күсергән. Әле ул ни халыҡтыҡы, ни мәғариф учреждениеныҡы түгел.
Балалар төҙөлөп бөтмәгән күп ҡатлы йорт эргәһендә йыш уралана. Биләмә кәртәләнмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре күпме генә уларҙы алып сыҡмаһын хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Берәүҙәр сығыуға, икенселәре килеп етә. Шул уҡ 9-сы синыф уҡыусыһының бишенсе ҡаттан ҡолап, ауыр хәлдә дауаханаға эләгеүенә лә объекттың үтә йөрөмәле булыуы сәбәпсе.
Оҙайлы төҙөлөшкә һуҙылған йорт хәҙер йәмәғәт бәҙрәф урынын хәтерләтә. Асыҡланыуынса, бында асарбаҡтар менән бергә йәштәр ҙә ваҡытын уҙғара. Әйткәндәй, умыртҡа һөйәген йәрәхәтләгән ҡыҙға бәйле был тәүге бәхетһеҙ осраҡ түгел. Йыл башында юғалған медицина университеты студентының кәүҙәһе тап ошо йорттоң лифт шахтаһында табыла.
Төҙөлөп бөтмәгән йорт ни өсөн ҡарауһыҙ? Ниңә кәртәләнмәгән? Ҡала хакимиәте бар яуаплылылыҡ милек хужаһы ҡарамағында булыуын белдерә. Һорау менән беҙҙең ижади төркөм "Күреү буйынса мөмкинлеге сикләнгән спорт-реабилитация үҙәге" төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе, йә иһә элекке төҙөүсе Геннадий Дементьевҡа мөрәжәғәт итте. Әммә ул телефон аша аңлатма биреүҙән баш тартты.
Тәфтиш комитеты һуңғы осраҡ буйынса тикшереү эштәрен башланы. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.




