Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талпандарға ҡаршы Өфө биләмәһен эшкәртеү хаҡында отчет бирҙе. Шулай уҡ, бөжәктәргә һәм кимереүселәргә ҡаршы эшкәртеү уҙа. Әлеге ваҡытҡа министрлыҡ планы алынған объекттар йөҙ процентҡа эшкәртелгән.
Кимереүселәргә ҡаршы 63% объект эшкәртелә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөжәктәргә ҡаршы 340 гектар биләмә ағыулана. Башлыса, халыҡ күп йөрөгән ерҙәр- парктар, скверҙар был биләмәгә инә. Белгестәр белдереүенсә, эшкәртеү биләмәләрен киңәйтеү мөһим.
120 гектар ер серәкәйҙәргә ҡаршы эшкәртелә, әммә белгестәр белдереүенсә, эшкәртеү биләмәһен биш йөҙ гектарғаса киңәйтергә кәрәк. Финанс министрлығына өҫтәмә эшкәртеүгә аҡса бүлеүҙе һорап, мөрәжәғәт йүнәлтелде. Быйылғы йылда был профилактик эшкә биш миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.
Фото: Интернет.




