Өфө хакимиәте автоһәүәҫкәрҙәрҙе яңы һалынған асфальтты боҙмаҫҡа саҡыра

Өфө хакимиәте ҡалала йәшәүселәрҙе ваҡытлыса яңы һалынған асфальттан йөрөмәҫкә һорай. Был, яңы асфальтты сафтан сығармау маҡсатында кәңәш ителә. Сөнки, билдәле булыуынса, асфальт бер аҙ ваҡыт тыныс кимәлдә ятырға тейеш.

Юғиһә, юлдарҙа кәлийә хасил буласаҡ. Яңы һалынған асфальтты кәртәләп тороу тәҡдиме лә бар. Мәҫәлән, Европала яңы ҡатламдан тәүлек әйләнәһенә йөрөргә тыйыла.

Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер ҡалаларында юлдарҙы автомобилдәрҙән һаҡлау маҡсатында, яңы асфальтлы урындарҙы кәртәләп тороу ысулы ҡулланыла башланы. Яңы һалынған асфальтлы юлдарға сик ҡуйыла. Автоһәүәҫкәрҙәр ваҡытлыса был юлдарҙан йөрөргә тыйылып торһа, республика юлдары ла оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итер.

Фото: Интернет.