Октябрь районында законһыҙ рәүештә урынлаштырылған ҡоролмалар һүтелә. Ошо көндәрҙә Жилино ауылында сауҙа нөктәһе алынды. Был тәңгәлдә эштәр дауам итәсәк.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа нөктәһе Романтиктар урамында урынлашҡан. Ҡоролманы махсус һаҡлау урынына ебәрәләр. Был урында ҡоролма, хужаһы алғансы, һаҡланасаҡ. Бынан тыш, ул ҡоролманы сығарыу һәм һаҡлау өсөн сығымдарҙы ҡапларға бурыслы.
Билдәләп үтергә кәрәк, бар сауҙа объекттары закон нормаларын үтәргә тейеш. Был ергә ҡағылышлы закон үтелешен дә үҙ эсенә ала. Әгәр ҙә хоҡуҡи документтар булмаһа, объекттар законһыҙ урынлаштырылған тип иҫәпләнә һәм ул һүтеп алыуға дусар буласаҡ.




