Өфөлә тағы ла бензинға хаҡ артты

Яғыулыҡҡа бишенсе тапҡыр хаҡ күтәрәләр. Был күренеш һуңғы тапҡыр 19 май көнө күҙәтелгәйне. Был юлы хаҡтар алтмыш тингә артты.

Фото №1 - Өфөлә тағы ла бензинға хаҡ артты

Урында йәшәүселәр 23 майға ҡараған төндә яғыулыҡҡа хаҡтың артыуын һиҙҙе. Шулай итеп, АИ-95 «Атум» бөгөн 42һум 60 тин, ә АИ-92 39 һум 70 тин тәшкил итә. Дизель яғыулығының хаҡы 42һум 90 тин.

Бер ай эсендә республиканың «Башнефть» яғыулыҡ станцияларында бишенсе тапҡыр хаҡ артты. Ай башынан алып хаҡ 1,5-2 һумға ҡыйбатланды. Яғыулыҡҡа хаҡтар тағы ла артасаҡмы, билдәһеҙ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ