Өфөлә йәрәхәтләнгән мышы йән бирә

Мышы хаҡында ҡотҡарыу хеҙмәтенә бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә хәбәр ителә. Оператив төркөм килеүгә ваҡиға урыны уратып алына. Хайуан яраланған, хәлһеҙ һәм өрккән була.

Фото №1 - Өфөлә йәрәхәтләнгән мышы йән бирә

Мышыға ярҙам күрһәтеү өсөн ветеринария хеҙмәткәрҙәре, урман хужалығы министрлығы белгестәре саҡырыла. Әммә, ҡыҙғанысҡа, улар йонсоған хайуанды ҡотҡарып өлгөрә алмай.

Шаһиттар әйтеүенсә, саҡырылмаған "ҡунаҡ" кибет витринаһына Росгвардия хеҙмәткәрҙәренән ҡасып барғанда бәрелгән. Был ваҡытта сауҙа йортонда ремонт барған булған, бәхеткә күрә кешеләр зыян күрмәгән. Шулай уҡ ҡырағай хайуан туҡталҡаға ҡуйылған "Лада гранта" автомобиленә лә һуғылған.

Яҡынса ике сәғәттән мышыны кәүҙәһе махсус урынға оҙатылған.

Автор: Фәниә Юланова.

Фото №2 - Өфөлә йәрәхәтләнгән мышы йән бирә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ