Өфөлә һыу инеү урындарын тикшерәләр

1 июндән рәсми рәүештә һыу инеү миҙгеле асыласаҡ. Миҙгел 31 августҡа тиклем дауам итәсәк. Тик ҡала эсендә бар ерҙә һыу инергә рөхсәт ителмәй.

Долгое күле, Ағиҙел йылғаһының һул һәм уң ярҙары һыу инеү өсөн хәүефле урындар тип һанала.Ошо көндәрҙә «Һыу инеү тыйыла» тигән билдәләр ҡуйылды. Урында йәшәүселәргә бындай ерҙәрҙә һыу инмәҫкә кәңәш итәләр. Ял итеү өсөн махсус һыу инеү урындарын һайлау кәрәк.

Һыу ингән ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мотлаҡ. Шулай уҡ, иҫерек килеш һыуға инеү тыйыла. Башлыса, тап ошондай хәлдә һыуға ингәндә бәхетһеҙ осраҡтар теркәлә.