13 июндә башҡалала аукцион үтәсәк. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Бынынң өсөн заявка биреү һәм алдан түләү ҡалдырыу мөһим.
Аукцион сиктәрендә комбайн, тирмән, йөк машиналары һатыласаҡ. Республиканың Федераль суд приставтары идаралығы хәбәр итеүенсә, сауҙа сәғәт унда башлана. Адресы:Киров урамы, 99/3, 2-се ҡат.
Сауҙаға сығарыласаҡ мөлкәттәр теҙмәһен Torgi.gov порталында ҡарарға мөмкин.




