Өфөлә пластик операциянан һуң ҡатындың ғүмере өҙөлә

Өфөлә тәфтишселәр 33 йәшлек ҡатындың үлем сәбәптәрен тикшерә. Ағымдағы йылдың февраль айында шәхси клиникала ҡатын пластик операция яһата. Бер нисә көндән һуң, пациент вафат була.

Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре хирургик операцияның ҡатындың үлеменә бәйләнешен асыҡлай, шулай уҡ, судмедэкспертиза билдәләү ҡарала. Клиника хеҙмәткәрҙәренән һәм уның етәксеһенән һорау алына. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Фото: Интернет