Уҙған шишәмбе, 22 май, Түбәнге Новгород аэропортына Мәскәү –Өфө йүнәлешендә осҡан авиалайнер ултырҙы. Асыҡланыуынса, самолеттың генераторы эшлектән сыға. Был хаҡта Волга буйы транспорт прокуратураһы хәбәр итә.
Самолетта 85 пассажир һәм алты экипаж ағзаһы була. Авиалайнерҙы ергә ултыртыу уңышлы үтә, зыян күреүселәр юҡ.
Бер нисә сәғәттән авиапассажирҙар башҡалаға резерв самолет менән оса.




