Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә ваҡытлыса хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Башҡалала «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проекты сиктәрендә Өфө шоссеһын ремонтлаясаҡтар. Ике ай ярым самаһы бында төҙөкләндереү эше башҡарыласаҡ. Ремонт иртәгә, 24 майҙа башлана.

Фото №1 - Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә ваҡытлыса хәрәкәт итеү сикләнәсәк

Бар эштәр 11 августҡа тиклем һуҙыласаҡ. Был ваҡытта Рәсәй урамынан Чудская урамына тиклем хәрәкәт итеү бер яҡлы буласаҡ.

Автоһәүәҫкәрҙәргә үҙ маршруттарын алдан уйлап, хәрәкәт итергә кәңәш бирелә. Шулай уҡ, юлдарҙы ремонтлау буйынса интерактив карта менән ҡулланырға мөмкин.

Фото: Интернет

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ