Өфөлә биш кешене суррогат алкоголь етештергәндәре өсөн хөкөм иттеләр

Суд урында йәшәүселәргә ҡарата ҡарар сығарҙы. Улар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән продукцияны һаҡлауҙа һәм етештереүҙә ғәйепләнә. Законһыҙ эшмәкәрлек туҡтатыла.

Фото №1 - Өфөлә биш кешене суррогат алкоголь етештергәндәре өсөн хөкөм иттеләр

Прокуратура хәбәр итеүенсә, 2014 йылдан алып 2016 йылға тиклем ғәйепләнеүселәр енәйәтселек төркөмө ойоштора. Улар алкоголь продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Артабан уларҙы урындағы халыҡҡа һатыуға сығара. Төркөмдө ойоштороусо законһыҙ рәүештә спирт һатып ала, уны һыу менән болғап, төрлө ҡатнашмалар ҡуша. Әҙер продукцияны икенсе урынға күсереп, халыҡҡа коньяҡ тип һаталар.

Тикшереү барышында 6,8 мең литр алкоголь продукция табыла. Ҡулға алыныусылар үҙ ғәйептәрен таный. Улар 2,3 йылдан алып 3 йылғаса иректән сикләнде.

Фото: Интернет

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ