Янғын хәүефе арта

Хәйбулла районында 5 класлы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе иғлан ителде. Әлеге ваҡытта республиканың тағы ла бер нисә төбәгендә юғары әҙерлек тәртибе индерелгән.

Фото №1 - Янғын хәүефе арта

Ут сығыу осраҡтарының артыуын иҫәпкә алып, бөгөн Өфөлә тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә арналған кәңәшмә үтте. Унда билдәләнеүенсә, республикала быйыл 672 гектарҙа 82 урман янғыны теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғында, ике тапҡырға күберәк. Бер үк ваҡытта йорт-ҡураларҙың янып китеү осраҡтары шул уҡ кимәлдә һаҡлана. Әммә һәләк булыусылар ике кешегә артҡан. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн махсус хеҙмәттәрҙең берлектә эш итеүе мөһим. Был йәһәттән ғәмәлдәге ҡануниәтте камиллаштырыу талап ителә, тиелде осрашыуҙа. Шулай уҡ сығыш яһаусылар ирекле янғын һүндереү отрядтарының матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһен күтәрҙе.

Ирекле янғын һүндереү отрядтарын булдырыу мөһим. Уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә кәрәк. Һәр ауылда һыу алыу урынын булдырыу бурысы ла тора. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итер өсөн законға үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

Рәшит Хәйруллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе

Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә бөгөн янғындарға ҡаршы юғары әҙерлек тәртибе индерелгән. Был осорҙа яуаплы хеҙмәттәр граждандарҙы махсус режим ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Шулай уҡ осрашыуҙа һауа торошо тураһында мәғлүмәт тә тыңланды. Синоптиктарҙың фаразы янғындарҙың кәмеүенә килтерер тип көтөлә.

25 майҙан Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә башлаясаҡ, төбәк территорияһынан һыуыҡ циклон үтәсәк. Республиканың ҡайһы-бер райондарында күк күкрәп ямғыр яуасаҡ.

Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ