Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт бензинға хаҡ артыу сәбәбен тикшерә

Сөнки нефть эшкәртеү компаниялары аныҡ ҡына аңлатма бирмәй. Ә яғыулыҡҡа хаҡ йыл башынан алып туғыҙынсы тапҡыр артты. Һуңғы тапҡыр бөгөн төндә күтәрелде.

Фото №1 - Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт бензинға хаҡ артыу сәбәбен тикшерә

"Башнефть" компанияһы заправкаларында һәр литрға 60 тин өҫтәлде. 95-се маркалы бензин өсөн хәҙер 42 һум 60 тин түләргә кәрәк. Дизель яғыулығы 42 һум 90 тин тора. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттән белдереүҙәренсә, хаҡ артыуы аҡланған булырға тейеш. Кире осраҡта тейешле саралар күрәсәк.

Яғыулыҡҡа хаҡ артыуына иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ялыу килә. Тәү сиратта ябай халыҡ зарлана. Шул уҡ ваҡытта нефть эшкәртеү компаниялары хаҡ күтәрелеү сәбәбен аныҡ ҡына әйтмәй. Беҙ аңлайбыҙ, был күренешкә бик күп факторҙар йоғонто яһай. Ләкин улар аҡланған булырға тейеш. Әгәр юҡ икән беҙ хәлде көйләргә тейешбеҙ.

Андрей Хомяков, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ